Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Октябрь 2021, 10:51

Никита Витюгов и Валентина Гунина - Рәсәй чемпиондары

Кисә Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында шахмат буйынса Рәсәй чемпиондары билдәле булды.

Никита Витюгов и Валентина Гунина - Рәсәй чемпиондары
Никита Витюгов и Валентина Гунина - Рәсәй чемпиондары

Асыҡ турнирҙың һуңғы 11-се турында гроссмейстер Никита Витюгов 11 мәрәйҙең 7-әүһен йыйып, тәүге тапҡыр Рәсәй чемпионы титулын яуланы.

- Партиямды тамамлаған ваҡытта, тай-брейк булыр тип уйлағайным. Иң ауыр мәл булды: беренсенән турнир тамамланды, икенсенән, бәлки беренсе урын өсөн дә көрәшергә мөмкин булыр ине. Петр Свидлер менән бер тапҡыр ошондай хәлдә ҡалғайным инде һәм тай-брейкта уға еңелдем. Уйынға килгәндә иҙә, был минең 15-ше Рәсәй чемпионаты. Ҡайҙы бер партияларҙа уңыш йылмайҙы, ҡайһы берҙәрендә еңелдем. Төшөнкөлөккә бирелмәнем, шунһыҙ еңеү яулап булмаясаҡ, - тине Рәсәй чемпионы.

Максим Матлаков — көмөш, Владимир Федосеев бронза миҙаллы булды. Өс призер ҙа Санкт-Петербург ҡалаһын яҡланы.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында 11 мәрәйҙең 8-ен йыйып Мәскәүҙән Валентина Гунина еңеп, дүртенсе тапҡыр Рәсәй чемпионкаһы булды.

Икенсе урынды — Петербург шахматсыһы Евгения Овод, өсөнсөнө Мәскәүҙән Полина Шувалова яуланы.

Фото: Этери Кублашвили 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: