Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Октябрь 2021, 12:55

Башҡортостан Кубоғы тағы ла белореттарҙа

Спорт мәктәбе тирында пуля менән атыу буйынса “Башҡортостан Республикаһы Кубогы” ярыштары үтте.

Башҡортостан Кубоғы тағы ла белореттарҙа
Башҡортостан Кубоғы тағы ла белореттарҙа

Һигеҙ команданың 110 спортсыһы бәләкәй калибрлы һәм пневматик ҡоралдан атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашты. Кубок ярыштарында призлы урындарҙы Белорет спорт мәктәбе, Өфөнөң 26-сы спорт мәктәбе һәм Салауаттың “Триумф” спорт мәктәбе командалары яуланы.

Шәхси зачетта ла спортсылар ҡыуандырҙы. 36 миҙалдың 25-енш белореттар яуланы. Бәләкәй калибрлы һәм пневматик винтовканан атыу буйынса иң мәргәндәре спорт мастерлығына кандидаттар - Полина Ганаева һәм Ярослав Климин, спорт мастерлығына кандидат Вероника Ахунова, Елизавета Карплюк, Виктория Барашева, Екатерина Павлова, Артур Буранбаев, Александр Копыловтар төрлө күнекмәләрҙә призерҙар булды.

Пистолеттан атыуҙа Марк Сөләймәнов һәм Карина Талипова “Башкортостан Республикаһы Кубогы” еңеүселәре булды. Рамазан Ғәлимйәнов, Кирилл Куприянов, Анна Курышева, Диана Мөхәмәтдинова призерҙар рәтендә.

Яҡшы һөҙөмтәләр яулаған Белорет спортсылары Ижевск ҡалаһында үтәсәк Рәсәй Беренселегендә сығыш яһай. Белорет спорт мәктәбенең һигеҙ тәрбиәләнеүсеһе республика намыҫын яҡларға әҙерләнә.

Анатолий ПОСАЖЕННИКОВ,

спорт мәктәбе тренеры.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: