-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Ноябрь 2021, 11:19

Эдуард Латипов Донъя кубогының беренсе этабында ярышасаҡ

27 ноябрҙә Швецияның Эстерсунд ҡалаһында биатлон буйынса Донъя кубогының беренсе этабында Башҡортостан спортсыһы Эдуард Латипов сығыш яһай.

Эдуард Латипов Донъя кубогының беренсе этабында ярышасаҡ

Был турала Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы хәбәр итте. Шулай уҡ Халыҡ-ара беренселектә Александр Логинов, Матвей Елисеев, Евгений Гараничев, Кәрим Хәлили һәм Александр Поварницын ҡатнаша.

Тағы бер яҡташыбыҙ — Антон Бабиков — Швецияның Идре ҡалаһындағы IBU кубогында Никита Поршнев, Даниил Серохвостов, Ильнас Мөхәмәтйәнов, Василий Томшин һәм Кирилл Стрельцов менән бергә сығыш яһай.

Автор:Эльвира Хамзина