-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Декабрь 2021, 12:07

Радий Хәбиров яҡташ биатлонсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан биатлонсыларын еңеүҙәре менән ҡотланы.

Радий Хәбиров яҡташ биатлонсыларыбыҙҙы еңеүҙәре менән ҡотланы

 Антон Бабиков Норвегияла IBU Кубогында рәттән ике уҙышта алтын миҙал яуланы. Икеһендә лә ул Норвегия спортсыларын артта ҡалдырҙы.

Эдуард Латипов Сәид Хәлили, Даниил Серохвостов һәм Александр Логинов менән Донъя кубогында 7,5 саҡрымлыҡ эстафетала бронза миҙал алды.  

«Һоҡланғыс эстафета, Донъя кубогында Рәсәй биатлонсыларының беренсе миҙалы! Спортсыларыбыҙға һәм уларҙың тренерҙарына афарин! Уңыштар һәм еңеүҙәр юлдаш булһын!» — тигән теләктәрен еткерҙе Радий Хәбиров.

Автор:Эльвира Хамзина