Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Ғинуар 2022, 10:47

Башҡорт биатлоны үтте

Ә һеҙ Башҡорт биатлонын беләһегеҙме? Милли кейемдәрҙәге ҡатнашыусылар һунар саңғыһында тейешле арауыҡты үтеп, йәнлек һынындағы сәптәргә уҡтан атып тейҙерергә тейеш. Иң күп йәнлек “атып” алған һунарсы еңеүсе була.

Башҡорт биатлоны үтте
Башҡорт биатлоны үтте

Ошондай ярыш 4 ғинуар Өфө ҡалаһында “TERRA ZIMA" ҡышҡы фестиваль сиктәрендә үтте.

Ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙә мәргәнлектәрен, етеҙлектәрен һынаны. Көсөргәнешле ярышта Иҙел башынан Айгөл Ғәлиуллина – III, Нуриман Хәйруллин I урын яуланы. Әйткәндәй, Нуриман Хәйруллиндың ҡалтағайын Ғәбдөк оҫталары эшләгән.

Шул уҡ көндө традицион яндан уҡ атыу буйынса Рәсәй беренселегенә һайлап алыу ярышы уҙҙы.

Был ярышта белореттар, Нуриман Хәйруллин - IV урын,Айгөл Ғәлиуллина V урын алды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: