Бөтә яңылыҡтар
Спорт
10 Ғинуар 2022, 00:55

"Күбәләк кубогы"н кем яуланы?

Байым ауылында "Күбәләк кубогы"на хоккей турниры үтте. 

"Күбәләк кубогы"н кем яуланы?
"Күбәләк кубогы"н кем яуланы?

Ярышта дүрт команда – Әбйәлилдең Байым, Буранғол, Таштимер ауылдары һәм  Абҙаҡ йыйылма командалары ҡатнашты.

Уйын көнө буйы бик көсөргәнешле дауам итте. Турнирҙың чемпионы һуңғы минутта ғына билдәле булды. Шулай итеп, I урынға Абҙаҡ командаһы сыҡты, II урында -  байымдар, III урын Буранғол егеттәрендә.
Ярышты үткәреүҙә балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Ласын Усманов, район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Артур Дәүләтбаев, район Советы депутаты Йәлил Зәйтүнов, Байым ауылы депутаты Йәмил Әхтәм улы һәм мәҙәниәт йорто директоры Сәйетғәлин, спортсылар өсөн "Йәйғор" кафеһында йылы аш ойоштороусы Исламовтар ғаиләһе ҙур ярҙам күрһәтте.
Сараны ойоштороусылар ауылда спортты үҫтереүгә күп көс һалыусы, боҙ майҙансығын тәртиптә тотоусы һәм бөтә булған эштәрҙе эшләүсе егеттәргә: Ғәфүр Әйүп улына, Тәлғәт Ғизитдин улына, Илгиз Мөҙәрис улына, Тимербулат Фәрит улына, Салауат Хатип улына, Вадим Рөстәм улына, Самат Ришат улына, Самат Ҡасим улына, Илмир Хөрмәт улына һәм башҡаларға рәхмәт белдерә.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: