Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Ғинуар 2022, 12:03

Рәсәй биатлонсылары – беренсе!

Рәсәй йыйылма ир-ат командаһы Германияла барған биатлон буйынса Донъя кубогының эстафетаһында беренсе булып, алтын миҙал яуланы.  

Рәсәй биатлонсылары – беренсе!
Рәсәй биатлонсылары – беренсе!

Команда составында Кёримс Хәлили, Даниил Серохвостов, Александр Логинов һәм Максим Цветков йүгерҙе. Шулай итеп, кисә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар - өсөнсө, ир-аттар иһә беренсе булды. Быға тиклем улар ике тапҡыр эстафета ярышында бронза миҙалға эйә булғайны.

Оҙаҡламай башланасаҡ Олимпия уйындарына ла составты билдәләргә булалыр. Улар – Логинов, Латипов, Хәлили, Цветков һәм Серохвостов. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Бабиковҡа урын юҡ, һымаҡ…

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: