Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Ғинуар 2022, 11:05

Биатлонсы Антон Бабиков шәхси уҙышта еңеү яуланы

Рәсәй биатлонсыһы, Өфө егете Антон Бабиков Донъя кубогының етенсе этабы барышында 20 саҡрымға шәхси уҙышта еңеү яуланы. Ярыштар Италияла бара.

Биатлонсы Антон Бабиков шәхси уҙышта еңеү яуланы
Биатлонсы Антон Бабиков шәхси уҙышта еңеү яуланы

30 йәшлек спортсы кубок ярыштарында икенсе тапҡыр еңеүсе булды. 2016/17 йылдар миҙгелендә Швецияла эҙәрлекләү ярышында ул беренсе урынды алғайны.

Бабиков быйылғы Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн резервта тора.

Фото: biathlon_great

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: