-9 °С
Болотло
«Фестивалдә скандинав/төньяҡ йөрөшө буйынса төбәк-ара ярыштар ойошторола, ә балалар, йүгереүҙә ҡатнашып, финишта бүләк оторға мөмкин. Башҡорт ҡунаҡсыллығын ихтирам иткәндәр өсөн спортты һәм башҡорт халҡының милли эсемлеге ҡымыҙға һөйөүҙе берләштергән ярыштар уҙғарыла», — тип хәбәр иттеләр ойоштороусылар.
2021 йылда «Малидак» проекты ваҡиғалы туризм һәм спорт өлкәһендәге наградаларға һәм премияларға лайыҡ булды: «Иң яҡшы социаль проект», «Йыл маршруты», «Иң яҡшы спорт ваҡиғаһы», «Иң яҡшы туристик бренд». 2022 йылда фестиваль милли кимәл — трейл буйынса Рәсәй чемпионаты статусы менән үткәрелә.