Спорт
10 Февраля 2022, 12:09

Уйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелмәне

Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарындағы фигуралы шыуыуҙа призлы урындарҙы яулағандарҙы  бүләкләү тантанаһы Рәсәй спортсыһы Камила Вәлиеваның допинг-тест һөҙөмтәләре менән бәйле тотҡарланғайны.

Уйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелмәнеУйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелмәне
Уйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелмәне

Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы фигуристка Камила Вәлиева Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы яңғыҙ фигуралы шыуыуҙа ҡатнашасаҡ, тип хәбәр итте. “Камила уйындарҙа ҡатнашыуҙан ситләтелмәне. Халыҡ-ара Олимпия комитетынан рәсми белдереү көтәбеҙ, - тип белдергән Рәсәйҙең Конькиҙа фигуралы шыуыу буйынса федерацияһы пресс-атташеһы Ольга Ермолина. – Команда турнирындағы миҙалдарҙы тапшырыуға килгәндә, уның датаһын шулай уҡ Халыҡ-ара Олимпия комитеты асыҡлаясаҡ”.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас