Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2022, 10:51

Уңышлы сығыш яһанылар

Камила Вәлиева, Анна Щербакова, Александра Трусова Пекиндағы Ҡышҡы Олимпия уйындарында фигуралы шыуыуҙың ҡыҫҡа программаһында сығыш яһаны.

Уңышлы сығыш яһанылар
Уңышлы сығыш яһанылар

Кисә Камила Вәлиева: “Был көндәр минең өсөн бик ауыр булды, быны аңлатыу өсөн хатта хис-тойғо етмәй. Ҡыуанам, әммә шул уҡ ваҡытта эмоциялар йәһәтенән арығанмын. Шуға күҙ йәштәре бәхеттән дә һәм бер аҙ йән әсеү аша ла ағылды. Олимпия уйындарында булыуыма, илебеҙ исеменән сығыш яһауыма сикһеҙ шатмын. Мөмкин тиклем яҡшыраҡ сығыш яһарға тырышасаҡмын һәм яҡшы һөҙөмтә күрһәтермен тип өмөт итәм”, - тип белдергәйне.

Фигуристкаларыбыҙҙың ҡыҫҡа программа буйынса ярыштарында Рәсәй ҡыҙҙары өсөн ныҡ борсолдоҡ. Уларҙың сығышын беҙ генә түгел, тотош донъя көйәрмәндәре көтөп алды. Бигерәк тә Камиланың уңышлы сығыш яһауы өсөн барыһы ла борсолдо.

Рәсәй спортсылары араһынан иң беренселәрҙән булып боҙға Камила Вәлиева сыҡты. Уның сығышынан һуң барыһы ла аяҡ баҫып алҡышланы, ә ҡыҙҙың күҙҙәрендә бәхет йәштәре ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барыһы ла 100 процент килеп сыҡмаһа ла, ул бирешмәне, ҡай саҡ хатта өлкәндәр күтәрә алмаған һынауҙарҙы еңеп сыға алды. Ә уның баһаларын көткәндәр секунд һайын борсолдо... 82,16 балл булды, тик өсләтә акселде эшләгәндә Камила йығылмаһа ла, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был элементты таҙа атҡара алманы. Әммә сығыш барыбер һоҡланғыс ине!

Икенсе булып боҙға – Александра Трусова, артабан Анна Щербакова сыҡты. Анна сығышы бер ниндәй хатаһыҙ, “таҙа”, тик элементтары ябайыраҡ булғайны.

Лидерҙар:

1. Камила Валиева (ROC) – 82.16;
2. Анна Щербакова (ROC) – 80.20;
3. Каори Сакамото (Япония) – 79.84;

4. Александра Трусова (ROC) – 74.60.

Былар әлегә - алдан ҡуйылған һөҙөмтәләр.

Шулай ҙа, фигуралы шыуыуҙа ҡыҙҙарыбыҙҙың еңеүе еңел генә бирелмәҫ, ахырыһы. Халыҡ-ара олимпия комитеты билдәләүенсә, әгәр ҙә Камила призерҙар иҫәбендә була икән, тикшереү бөткәнгә тиклем ҡыҙҙарҙың турнир һөҙөмтәләре яҡынса тип кенә иҫәпләнәсәк.   

Ирекле программа 17 февралдә Мәскәү ваҡыты менән 13.00 сәғәттә була. Ҡарарға онотмайбыҙ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: