Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Февраль 2022, 16:41

Олимпия уйындарының беренсе ҡатнашыусылары ҡайтты

Өфөгә Пекиндағы Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар ҡайтты. 

Олимпия уйындарының беренсе ҡатнашыусылары ҡайтты
Олимпия уйындарының беренсе ҡатнашыусылары ҡайтты

Баш ҡала аэропортында ҡатын-ҡыҙҙар хоккейын үҙ итеүселәр, Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов һәм «Ағиҙел» командаһының спорт директоры Александр Семак Вероника Коржакованы, Мария Печникованы, Мария Сорокинаны, Ольга Сосинаны, Анна Шибанованы, Мария Баталованы, Полина Лучникованы ҡаршы алды.

Спорт министры һүҙҙәренсә, ҡыҙҙар өсөн бөтә Башҡортостан янып-көйгән.

«Иң мөһиме, һеҙ бөгөн ҡайттығыҙ. Илдең олимпия йыйылмаһында республиканың бындай вәкиллеге бер ҡасан да булғаны юҡ ине», — тип билдәләне Руслан Хәбибов.

«Ағиҙел» ҡыҙҙары батырлыҡ күрһәтмәһә лә, был уйындарҙа алынған тәжрибә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында, Универсиадала һәм киләһе Олимпиадаларҙа мотлаҡ кәрәк булыр», — тине Александр Семак.

Хоккейсылар аэропортта бындай осрашыуҙы көтмәгәнен һәм көйәрмәндәргә уларҙың ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Олимпия комитетының Пекиндағы ҡатын-ҡыҙҙар олимпия йыйылма командаһында «Ағиҙел»дең ете хоккейсыһы уйнаны. Сирекфиналда ҡыҙҙар Швейцариянан еңелеп, турнирҙа бишенсе урынды алды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: