Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Февраль 2022, 14:50

Етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар айлығы

Оборона-масса һәм хәрби-патриотик айлыҡ - йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ылыҡтырыу, шул уҡ мәлдә Ватан сиген, намыҫын һаҡлаған, ҡаһарманлыҡ ҡылған ил аҙаматтарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү, уларҙан үрнәк алыу маҡсатын күҙаллаған иң мөһим сараларҙың береһе ул. Быйыл да “Хәрби туғанлыҡ”, “Батыр” афғанстан һуғышы инвалидтары һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмаларының координация советы тарафынан ойошторолған волейбол, баскетбол, саңғы ярыштары, совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 33 йыллығына арналған ҡаһарманлыҡ сәғәттәре, ветерандар менән осрашыуҙар ентекле әҙерлек менән уҙҙы. Сараларҙа сама менән 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.

Етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар айлығы
Етеҙҙәр һәм ҡыйыуҙар айлығы

Әйткәндәй, быйылғы йылдың яңылығы - волейбол ярыштарында тәүге тапҡыр һигеҙ ҡатын-ҡыҙ командаһы үҙ көсөн һынаны. Ойоштороусыларҙың береһе - “Хәрби туғанлыҡ” ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Александр Веников әйтеүенсә, турнир ойошҡан рәүештә үткән, ҡатын-ҡыҙҙар көслө уйындар менән ҡыуандырған.

Айлыҡ совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 33 йыллығына бағышланған волейбол ярыштары менән тамамланды. Унда йәмәғәт һәм йәштәр ойошмалары, уҡыу йорттары, хеҙмәт һәм производство коллективтарынан торған командалар ҡатнашты.

Белорет педагогия колледжында уҙған ябыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Белорет педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина, Белорет, Межгорье ҡалалары, Белорет һәм Бѳрйән райондары хәрби комиссары Айбулат Дәүләтбирҙин, “Хәрби туғанлыҡ” ветерандар йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Александр Веников, ярыштарҙың төп хөкөмдары Рөстәм Ғәйфуллин, судья Александр Лопухов һәм башҡалар сығыш яһаны. Һәр ҡайныһы оборона-масса һәм хәрби-патриотик айлыҡтың йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһимлеген, командаларҙың әүҙемлеген, ярыштарҙың юғары кимәлен билдәләне.

- Ватанды һаҡлаусылар көнөнә һәм совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуҙың 33 йыллығына арналған спорт саралары комплексы, ниһайәт, ахырына етте. Йылдан-йыл ҡатнашыусыларҙың һаны арта, ә сараның географияһы киңәйә барыуы, әлбиттә, ҡыуаныслы хәл. Тимәк, йәштәребеҙ әүҙем, рухи һәм физик йәһәттән сәләмәт, маҡсатлы. Барлыҡ ойоштороусыларға, командаларға ҙур рәхмәтемде еткереп, батырлыҡ, көс-ғәйрәт, тәүәккәллек, сыҙамлыҡ, намыҫ ише ир-егеттәргә хас сифаттарҙы кәүҙәләндергән байрамдар менән ихлас күңелдән ҡотлайым! - тип тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе Андрей Иванович.

Айлыҡ һөҙөмтәләренә килгәндә, ҡатын-ҡыҙҙар командалары араһында баскетбол уйындарында III, II урынға - Белорет компьютер мәктәбе, I урынға Белорет педагогия колледжы командалары лайыҡ булһа, үҫмер егеттәр араһында III урынды - 21-се мәктәп, II урынды - Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы, I урынды 14-се мәктәп командалары яуланы.

Ир-егеттәр араһында баскетбол ярыштарында III урынға - "Спорт ротаһы” командаһы, II урынға - компьютер мәктәбенең "Отдел К" командаһы, I урынға Белорет металлургия колледжының “Хыял командаһы” сыҡты.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында волейбол уйындарында III урынға - Межгорье ҡалаһы, II урынға Әбйәлил районы командалары лайыҡ булһа, беренселекте иһә Белорет-2 ҡатын-ҡыҙҙар командаһы яуланы.

Ир-егеттәр араһында волейбол ярыштары айырыуса ҡыҙыу һәм мауыҡтырғыс барҙы. Йәмғеһе 12 команданың етәүһе финалға үтте. Шулай итеп, III урында - “Танкистар”, II урында - “МЧС”, I урында “Граница” командалары билдәләнде. Барлыҡ ҡатнашыусылар Дипломдар, миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән тәбрикләнде.

Рухи күтәренкелек менән һуғарылған сара “Созвездие” балалар бейеү коллективының (етәксеһе Анастасия Попова), Белорет педагогия колледжы студенттарының, Арсен Ғимаевтың, Даниэла Полищуктың, Илнур Әхмәтшиндың йырлы-моңло, дәртле сығыштары менән үрелеп барҙы.

 

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: