Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Март 2022, 12:29

Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй Кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионаты уҙғарыла

11-17 мартта Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионаты үткәрелә. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан иң көслө биатлонсылар ҡатнаша.

Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй Кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионаты уҙғарыла
Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй Кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионаты уҙғарыла

«Белоруссия спортсыларының Рәсәй Кубогы һәм чемпионаты ярыштарында ҡатнашыуы тураһында ҡарар Белоруссияның Биатлон федерацияһы рәйесе Андриан Алексеевич Цыбульский менән үҙ-ара килешеү буйынса ҡабул ителде. Белорус биатлонсыларының ҡатнашыуы, һис шикһеҙ, Өфөләге һәм Төмәндәге ярыштарҙың кимәлен күтәрер», – тине Рәсәйҙең Биатлонсылар союзы президенты Виктор Майгуров.

Ярыштарҙа Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Даниил Серохвостов, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм Рәсәйҙең, Беларусь Республикаһының көслө спортсылары ҡатнаша.

Ярыштар программаһы:

11 март

15.00 –  ярыштарҙы асыу тантанаһы

 

12 март

11.00 – спринт (10 саҡрым) – ир-егеттәр

14.00 – спринт (7,5 саҡрым) – ҡатын-ҡыҙҙар

 

14 март

11.00 – эҙәрлекләү ярышы (12,5 саҡрым) – ир-егеттәр

13.30 – эҙәрлекләү ярышы (10 саҡрым) – ҡатын-ҡыҙҙар

 

16 март

11.00 – масс-старт (15 саҡрым) – ир-егеттәр

13.30 – масс-старт (12 саҡрым) – ҡатын-ҡыҙҙар

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: