Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Март 2022, 17:45

Тәүге еңеүселәр асыҡланды

Бөгөн Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионатының спринт ярыштары үтте. Ир-егеттәр – 10, ҡатын-ҡыҙҙар 7,5 саҡрымға уҙышты.

Тәүге еңеүселәр асыҡланды
Тәүге еңеүселәр асыҡланды

Ярыштарҙа Рәсәй спортсылары менән берлектә Беларусь Республикаһы спортсылары ла үҙ көсөн һынай. Әйтергә кәрәк: бөгөн уларҙың баштан уҡ был спорт сараһына етди  әҙерлеклеге күренде. Быны ярыштар һөҙөмтәләре асыҡ күрһәтте. Ике белорус спортсыһы, Антон Смольский (24.29,1) – I, яҡташы Дмитрий Лазовский (+47,8) II урынға сыҡты. III урында –Төмән өлкәһенән Александр Логинов (+50,4). Башҡортостан спортсылары Александр Бабчин - 17-се,  Антон Бабиков  23-сө, Эдуард Латипов – 24-се урында.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында алтын миҙалды – Свердловск өлкәһе исеменән сығыш яһаған бар сәпкә лә төҙ атып Ирина Казакевич (23.22,8) яуланы. Ханты-Манси автономлы округы исеменән сығыш яһаған Кристина Резцова – көмөш, Белоруссиянан Ирина Лещенко  бронза миҙал яуланы.

Әйткәндәй, ярыштарҙы Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында ҡарарға мөмкин. Инеү бушлай.  “Матч ТВ” телеканалында ла тура эфирҙа ҡарарға була. Комментатор – Дмитрий Губерниев.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: