Спорт
14 Марта 2022, 11:50

Тағы ла туғандаш республика спортсылары алда

Бөгөн биатлон буйынса Рәсәй кубогының эҙәрлекләү ярышында, күрше республика спортсылары бар подиумды ла яулап, беҙҙекеләргә бөтөнләй өмөт ҡалдырманы.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Тағы ла туғандаш республика спортсылары алдаТағы ла туғандаш республика спортсылары алда
Тағы ла туғандаш республика спортсылары алда

Спринтта юғары баҫҡысты был юлы ла Антон Смольский биләһә, командалаштары Дмитрий Лазовский – II, Никита Лобастов III урынды яуланы. Ә инде Рәсәй йыйылма командаһы биатлонсыларынан  Кәрим Хәлили – дүртенсе, Эдуард Латипов – 10-сы һәм Александр Логинов тик 20-се булып финишҡа килде.

Ә инде ҡатын-ҡыҙҙарҙан Динара Алимбекова беренселекте яулап, Белоруссия командаһына сираттағы алтын миҙал килтерҙе. Рәсәй спортсыларынан Ирина Казакевич - көмөш, Анфиса Резцова бронза миҙал яуланы.
Рәсәй чемпионатында юғары баҫҡыстарҙа:
1. Кәрим Хәлили (Мәскәү) – 36:17.1 (2)
2. Кирилл Бажин (Свердловск өлкәһе) +0.1 (2)
3. Рөстәм Ҡәйүмов (ЯНАО) +0.4 (2)


Ҡатын-ҡыҙҙарҙан

1. Ирина Казакевич (Свердловск өлкәһе) – 32:58.0 (3)

2. Кристина Резцова (ХМАО-Югра) +9.4 (6)
3. Лариса Куклина (ЯНАО) +42.4 (1)

Автор:Эльвира Хамзина