+1 °С
Болотло
Ярыштарҙа илдең 13 төбәгенән 400-гә яҡын 16 йәшкә тиклемге көрәшселәр ҡатнашты. Башҡортостан командаһы составында Белорет көрәшселәре яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Үҙ ауырлыҡ категорияларында Артур Хөсәйенов (32 килограмға тиклем) һәм Константин Кривошеев (35 килограмға тиклем) - I, Вячеслав Герлятович (41килограмға тиклем) - III урынды яуланы һәм Волга буйы федераль округы еңеүселәре һәм призерҙары булды.
Белорет спорт көрәше буйынса спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре май айында Өфөлә үтәсәк Рәсәй Беренселеге финалында ҡатнашыу хоҡуғы алды.