Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Апрель 2022, 17:30

Белореттар иң мәргәндәре

Ҡаланың спорт мәктәбе тирында 19 йәшкә тиклемге спортсылар араһында пуля менән атыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Беренселеге һәм 2007-2009 йылғы уҡыусылар араһында спартакиаданың икенсе этабы үтте.

Белореттар иң мәргәндәре
Белореттар иң мәргәндәре

Турнирҙа республиканың ете ҡалаһы һәм районынан 110 спортсы ҡатнашты.

Беренселектә Вероника Ахунова, Полина Ганаева, Ярослав Климин, Данил Колесников, Кирилл Куприянов һәм Карина Талибова төрлө күнекмәләрҙә еңеүсе булды.

Белореттар винтовканан һәм пистолеттан атыу буйынса 42 миҙалдың 36-һын яуланы. Дүрт спортсы спорт мастерлығына кандидат нормативын үтәне, икәүһе – беренсе өлкән разряд.
Ә спартакиадала Елизавета Карплюк, Владислав Яковлев (винтовка), Анастасия Барашкова, Егор Швецков (пистолет) иң мәргәндәре булды.

Августа Ижевск ҡалаһында республика намыҫын яҡлаясаҡ 12 спортсының 10-ы белореттар.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: