-6 °С
Болотло
Белорет спорт мәктәбенән билбау көрәше менән шөғөлләнгән 7 спортсы ҡатнашты. Ҡыҙҙар араһында 40 килограмм ауырлыҡ категорияһында I урынды Азалия Абсадыева, 52 килограмм ауырлыҡта Алина Кәримова, 48 килограмм ауырлыҡ категорияһында Илдус Ишмырҙин һәм 60 килограмм ауырлыҡта Альфред Кәримов III урындарҙы яуланы. Айгүзәл Әхмәтйәнова һәм Рәмзил Ноғомановҡа пьедесталға күтәрелергә мәрәйҙәр етеңкерәмәне.