Бөтә яңылыҡтар
Спорт
3 Май 2022, 20:54

Юбилей йылын ҡаршылап

Бөгөн, 3 майҙа, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында район-ҡаланың Мәхмүт, Исмаҡай, Аҙналы, Ҡоҙғон-Әхмәр, Әзекәй, Манышты, Абҙаҡ, Яныбай Хамматов исемендәге  башҡорт гимназияһы, ҡаланың лицей-интернаты, Белорет педагогия колледжы һәм Район мәҙәниәт йортоноң йыйылма командалары быйыл үҙенең бер быуатлыҡ олпат юбилейын билдәләгән “Урал” гәзите призына еңел атлетика эстафетаһында етеҙлеккә көс һынашты.

Юбилей йылын ҡаршылап
Юбилей йылын ҡаршылап

Башҡа эстафеталарҙан айырмалы, “Урал” гәзите призына арналғанында спортсылар 13 этапта төрлө йәш категорияһына бүленеп йүгерҙе. Бер уҙышта 12-15 йәшлек үҫмерҙәр ҙә, 40-50 йәштәге спортсылар ҙа бер берҙәм команда булып көс һынашты.

Быйыл да ҡаланың лицей-интернаты Күсмә Кубокты үҙендә ҡалдырҙы. Улар – эстафета еңеүсеһе. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ҡоҙғон-Әхмәр һәм Белорет педагогия колледжы алды. Тәүгеләрҙән булып ҡатнашырға теләк белдергән Николаевка ауыл хакимиәтенең Мәхмүт командаһына өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелергә бер нисә секунд ҡына етмәне. Ҡала-район спорт сараларында ҡатнашып, даими призлы урындар яулап килгән педагогия колледжы командаһы менән һуңғы этаптарға тиклем өсөнсө урын өсөн  көрәшкән мәхмүттәргә “Афарин” тибеҙ. Беренсе этапта педагогия колледжынан Радмир Шәйхисламов командалашына эстафета таяғын беренсе булып тотторҙо. Башҡорт гимназияһынан Ильяс Хызыров – икенсе, Әзекәйҙән - Арслан Сәйфуллин өсөнсө булып килде.

Ауыл урамдары араһында ярыш һәр йылдағыса көсөргәнешле барҙы. Шуға ла судьялар бер кемде лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышты һәм өс урам командаһын да еңеүсе итте. Тимәк, Ағүҙәк, Ҡалмаҡ һәм Шауым урамдары барыһы ла еңеүсе.

Тыныслыҡ уҙышында ла ҡатнашырға теләүселәр күп булды. Улар бер нисә йәш категорияһына бүленеп ярышты. Балалар ҙа ихлас йүгерҙе. Улар мөхәрририәт, шулай уҡ Миләүшә һәм Илфат Назырбаевтар әҙерләгән тәмлекәстәр менән һыйланды.

Еңеүселәр һәм командалар Кубоктар, Дипломдар, Рәхмәт хаттары, миҙалдар һәм бүләктәр менән билдәләнде. Юбилей йылы булғас, махсус әҙерләгән торттар ҙа һәр командаға тапшырылды.

 

Тулы материал гәзиттең киләһе һанында баҫыласаҡ.

Наил ШАКИРОВ фотолары.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: