-6 °С
Болотло
Мәктәп командалары араһынан белореттарға етеүсе булманы. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы волейболсылары I урынды алды. II һәм III урындарҙы Сибайҙың “Ирәндек” лицейы һәм Баймаҡ лицей-интернаты командалары яуланы.
Еңеүселәргә һәм призерҙарға Мәктәп волейбол лигаһы исеменән Кубоктар, миҙалдар, сертификаттар тапшырылды.
Белорет гимназистарын оло еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!