Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Май 2022, 13:07

Башҡортостан спортсылары һөнәри яҡтан үҫешә

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан спортсыһы Алһыу Миназованың уңыштары тураһында яҙҙы. 

Башҡортостан спортсылары һөнәри яҡтан үҫешә
Башҡортостан спортсылары һөнәри яҡтан үҫешә

"Был йома кисен Новгород өлкәһе Окуловка ҡалаһынан шатлыҡлы хәбәр килде. Ишеү слаломы буйынса Рәсәй кубогында шәхси уҙышта ике класс буйынса ла: К1 (каяк) һәм С1(каноэ) беҙҙең Алһыу Миназова беренсе урын яуланы. Һөҙөмтәлә ул Рәсәй Кубогына эйә булды. Башҡортостан спортсыһы илдең 20-нән ашыу төбәгенән килгән 256 ҡатнашыусы араһында иң яҡшыһы булды.

Алһыу беренсегә ике класта ла уҙышта еңеү яулай. Спортсыларыбыҙҙың һөнәри яҡтан үҫеүҙәре, яңы еңеүҙәргә өлгәшеүҙәре, йөҙләгән малай һәм ҡыҙҙарға сәләмәт өлгө күрһәтеүе ҡыуаныслы.

Беҙҙең мәктәптең тағы ла бер тәрбиәләнеүсеһе Даръя Шайдурова ла 24 йәшкә тиклемгеләр араһында Рәсәй беренселегендә 1-се урынға өлгәште. Лайыҡлы еңеүҙәре менән Алһыуҙы һәм Даръяны, уларҙың тренерҙарын ҡотлайым!

Шуныһы ҡыуаныслы, Өфөләге ишеү слаломына килгәндә, төҙөүселәр объектҡа сыҡты. Мотлаҡ төҙөйәсәкбеҙ!"

Әйткәндәй, Өфөнөң 450 йыллығына арнап төҙөлгән объекттар исемлегенә ингән Өфөләге Ишеү слаломы өсөн ҡорамалдар комплексының амбассадоры ла – Алһыу Миназова.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: