+1 °С
Болотло
15 майҙа “Башҡорт сода компанияһы” ойошторған Стәрлетамаҡ ярыммарафоны үтте. Белорет һәм “Факел” спорт клубы спортсылары спорт байрамында ҡатнашты. Улар 10 һәм 21 саҡрым арауыҡҡа уҙышты.
Спорт сараһында ҡатнашыусылар шәхси ҡаҙаныштар яуланы, төрлө йәш категориялары еңеүселәре булды.
10 саҡрым арауыҡҡа йүгереүҙә 18-23 йәшлектәр араһында I урынды Айгиз Ҡаһарманов, 35-44 йәш категорияһында III урынды Андрей Мельников яуланы.
21 саҡрымлыҡ араны (35-44 йәшлектәр) Анжелика Мельниковаға етеүсе булманы. Һөҙөмтәлә, спортсы I урында.