Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май 2022, 13:26

«Сәләмәт быуын — көслө төбәк»

Шәмбе «Металлург» стадионының «Олимп» спорт залында «Сәләмәт быуын — көслө төбәк» проектында ҡатнашҡан I-III класс уҡыусылары араһында спорт фестивале үтте. Спорт сараһы икенсе тапҡыр ойошторола.

«Сәләмәт быуын — көслө төбәк»
«Сәләмәт быуын — көслө төбәк»

Башланғыс класс уҡыусылары 30 метрға йүгереүҙә, арҡала ятып тәнде күтәреүҙә ярышты, оҙонлоҡҡа һикерҙе.

«Сәләмәт быуын – көслө төбәк” спорт проектына район-ҡаланан 1088 уҡыусы йәлеп ителгән. Сәләмәт тормошто пропагандалау, уҡыусылар араһында киң күләмле спортты үҫтереү, спорт төрө буйынса махсуслашыуҙа балаларға ярҙам итеү маҡсатында ойошторолған проект, ысынлап та, киң билдәлелек яулай бара.

Район мәктәптәре араһында I урын – Тимер юл, II урын – Инйәрҙең 3-сө, III урын Ҡағы мәктәптәрендә.

Ҡала мәктәптәре араһында 16-сы, 20-се, 3-сө мәктәп уҡыусылары призлы урындар яуланы.

Балаларҙы проектты ойоштороусылар – район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта һәм Евгений Емельянов ҡотланы.

Белорет районы - “Сәләмәт быуын – көслө төбәк” проектына балаларҙы йәлеп итеү буйынса тәүге урында.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: