Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Июль 2022, 13:51

Ҡатнаш эстафета үтте

Бөгөн ҡалабыҙ үҙенең 260 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Юбилей айҡанлы Белоретта төрлө мәҙәни, спорт саралары, күргәҙмәләр үтә.

Ҡатнаш эстафета үтте
Ҡатнаш эстафета үтте

Бер нисә сәғәт элек “Металлург” стадионында ҡатнаш эстафета (еңел атлетика һәм велосипедта уҙышыу) тамамланды. Эстафетала ҡаланың ойошма-предприятиелары, Белорет металлургия комбинаты цехтары һәм идаралыҡтары вәкилдәре ҡатнашты.

Тәүге забегта комбинаттың 4-се цехы вәкилдәре – I, 1-се цех – II, һәм завод идаралығы спортсылары III урынды яуланы. Икенсе забегта Мәғлүмәт технологиялары идаралығы спортсылары тәүгеләрҙән булып финиш һуҙығын 6.08 ваҡытта үтте. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы 6-сы һәм 10-сы цехтар командалары бүлеште.  

Өсөнсө забегта пьедесталды Белорет ҡотҡарыусылары, Белорет педагогия колледжы һәм “БашкирЭнерго” йәмғиәте спортсылары яуланы.

Нәркәс СӨЛӘЙМӘНОВА. 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: