Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2022, 14:22

«Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале еңеүселәре билдәләнде

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында уҙған «Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивалендә Башҡортостандан, Ҡалмыҡ Республикаһынан, Пермь крайынан, Әстрхан, Силәбе, Омск өлкәләренән, Екатеринбургтан һәм Мәскәүҙән 100-гә яҡын уҡсы ҡатнашты.

«Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале еңеүселәре билдәләнде
«Мәргән уҡсы» төбәк-ара фестивале еңеүселәре билдәләнде

Бәйге ике номинацияла уҙғарылды: йәйәүле һәм һыбайлы турнирҙары, уға Корея һәм Башҡортостан маршруттары инде. Ярыш еңеүселәре тураһында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.

Корейса һәм төрөксә атыу буйынса ир-егеттәр араһында «йәйәүле турнир» номинацияһында беренсе урынды Хөрмәт Таһиров алды (Сибай). Корейса атыуҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында беренсе урынды Лиана Ихсанова (Учалы районы), төрөксә атыуҙа иһә Әлиә Ишморатова (Бөрйән районы) яуланы.

Һыбай уҡ ятыу ярышында «Башҡортостан маршруты» номинацияһында Баймаҡ районынан Рәсих Йортбәковҡа тиңләшеүсе булманы. «Рейд» маршрутында Белореттан Нуриман Хәйруллин иң мәргән уҡсы тип танылды. «Башня» маршрутында Әбйәлил районы вәкиле Рушан Хәсәнов еңеүсе булды. «Ҡырғыҙса сәп» номинацияһында беренсе урынға Баймаҡ районынан Тимур Өмөтбаев һәм Әбйәлил районынан Гүзәлиә Дәүләтова лайыҡ булды. «Корейса сәп» номинацияһында Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин һәм Белореттан Айгөл Ғәлиуллина еңеүгә өлгәште.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: