-6 °С
Болотло
Ул 10 саҡрым арауыҡты 23 минут 44,4 секунд эсендә үтте, бер тапҡыр ҙа яҙа атманы, тип хәбәр итте Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Тағы бер Башҡортостан вәкиле, Пекинда ҡышҡы Олимпия уйындары призеры (2022) Эдуард Латипов икенсе урынды алды, ул еңеүсенән 28,9 секундҡа ҡына ҡалышты. Өсөнсөлә — Алексей Вагин.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн Сочиҙа йәйге биатлон буйынса Берҙәмлек кубогы башланды. Ул 28 авгусҡа тиклем дауам итә.