+3 °С
Болотло
Бынан алдағы этаптарҙа еңеүсе булған башҡорт тоҡомло иң етеҙ 16 ат турнир тарихында иң ҙур бүләк — 10 миллион һум һәм Чемпионат кубогы өсөн ярыша.
Сараның махсус ҡунағы — танылған цирк артистары династияһы вәкиле Эдгард Запашный.
Турнирға инеү бушлай. Киске сәғәт 5-тә башлана.
«Терра Башҡортостан» республика ат спорты турниры 2019 йылдан уҙғарыла. Төп маҡсат – йылҡысылыҡты үҫтереү, республика халҡын ат спортына ылыҡтырыу, тамашасыларҙың иғтибарын ат сабыштарына йәлеп итеү.