Бөтә яңылыҡтар
Спорт
13 Сентябрь 2022, 12:19

Уҡыусылар "Патриот" паркында көс һынашты

Бөгөн Шишмә районындағы "Патриот" паркында Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге Кубокка йәйге Шайморатов уйындары үтте.

Уҡыусылар "Патриот" паркында  көс һынашты
Уҡыусылар "Патриот" паркында көс һынашты

Кубокта республика мәктәптәрендәге Шайморатов кластары уҡыусылары көс һынаша. Улар ике саҡрымдағы арауыҡты 14 ҡаршылыҡ аша үтте.

Республика мәктәптәренән йыйылған 40 команда етеҙлектә, сослоҡта, команда менән бергә эшләй алыуҙа көс һынашты. Район-ҡала намыҫын Белорет лицей-интернатының йәш шайморатовсылары яҡланы. Бишенселәргә ҡаршылыҡтарҙан – канат буйлап үрмәләү, бүрәнәнән, тәгәрмәстәрҙән эшләнгән ҡаршылыҡтарҙы үтеү кеүек ярыштар оҡшаған.

Команда етәксеһе Сынтимер Лоҡманов тәрбиәләнеүселәренең ҡаршылыҡтарҙы лайыҡлы үтә алыуынан ҡәнәғәт.

22 команданан торған бишенселәр араһында белореттар иң яҡшы унау иҫәбенә инде һәм Диплом менән билдәләнде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: