-6 °С
Болотло
Йәш спортсылар «Но Ги» бүлегендә ике көмөш һәм өс бронза наградаға лайыҡ булды.
12-13 йәшлектәр араһында Ислам Нуризданов – икенсе, Роберт Сабиров өсөнсө урынды алды. 14-15 йәшлек спортсылар Аделина Зәйнуллина – «көмөш», Даниил Матвеев һәм Вячеслав Белобородов «бронза» яуланы. Спортсылар менән Ислам Иҙрисов шөғөлләнә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Мәскәүҙә грэпплинг спорт көрәше буйынса ил беренселеге башланды. Ярыш ЦСКА залында бара.