Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Декабрь 2022, 14:19

Инйәрҙә - яңы хоккей ҡабы

Ошо көндәрҙә Инйәрҙә яңы хоккей ҡабын асыу тантанаһы үтте.

Инйәрҙә - яңы хоккей ҡабы
Инйәрҙә - яңы хоккей ҡабы

Хоккей ҡабы “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәтенең матди ярҙамы менән төҙөлдө. Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев һәм персонал менән идара итеү хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Дмитрий Данилиндың изге эшкә ҡушылып, ярҙам ҡулы һуҙыуҙары баһалап бөткөһөҙ.

Инйәрҙә хоккей ҡабы булды. “Олимп” физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә урынлашҡан ҡоролма күп йылдар хеҙмәт итте. Ҡышын балалар ата-әсәләре менән конькиҙа шыуырға, хоккей уйнарға йөрөнө. Ваҡыт үтеү менән хоккей ҡабы сафтан сығып, уға төҙөкләндереү талап ителде.

Яңы хоккей ҡабы асылыу - инйәрҙәр өсөн, ысын мәғәнәһендә, Яңы йыл бүләге булды. Киләсәктә бында яңы спорт уңыштарына ирешер, яңы исемдәр тыуыуына, яңы еңеүҙәр һәм рекордтар ҡуйылырына старт бирелде.

Ҡоролманы асыу тантанаһынан һуң, хоккей турниры үтте. “Локомотив”, “Альтаир”, “Абҙаҡ” һәм “Ҡорос ҡанаттар” хоккей командалары боҙға сыҡты. Көсөргәнешле уйында Өфө командаһы - “Ҡорос ҡанаттар” еңеүсе булды.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: