-2 °С
Болотло
Ярышҡа республика ҡалаларынан һәм райондарынан уҡсылар килде. Ҡағиҙәләргә ярашлы, конкурсанттар таяҡһыҙ һунар саңғыларын, асаһыҙ һәм төҙәүһеҙ уҡтар файҙаланған.
Ҡатнашыусылар 1500 метр араны ваҡытҡа үтеп, өс сәпкә тейҙерергә тейеш булды.
Ир-егеттәр араһында Белореттан Нуриман Хәйруллин, Өфөнән Фәрит Юлдашбаев, Учалынан, Шығай егете Илназ Үҙәнбаев иң мәргәндәре булды.
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүселәр:
I урын – Ишембайҙан Зөһрә Сәфәрғоловала, II урын – Өфөнән Венера Юлдашбаевала, III урын – Белореттан Айгөл Ғәлиуллинала.
Фото: социаль селтәрҙән.