Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Ғинуар 2023, 18:38

Өфөгә 185 биатлонсы килә

Өфөлә юниорҙар араһында биатлон буйынса Рәсәй беренселеге һәм Бөтә Рәсәй ярыштары уҙғарыла. 

Өфөгә 185 биатлонсы килә
Өфөгә 185 биатлонсы килә

Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына Башҡортостандың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.

Ярыштар 3-10 февралдә биатлон буйынса олимпия резервы мәктәбенең спорт комплексында ойошторола. Иң көслөләр исеме өсөн Рәсәйҙең 28 төбәгенән 19-21 йәшлек 185 спортсы көс һынаша. Уларҙы суперспринт, ҡатнаш эстафета һәм масстарт кеүек ярыштар көтә.  

Беренселектең һәм Бөтә Рәсәй ярыштарының яҡынса программаһы ведомствоның телеграм-каналында баҫылған.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: