Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Февраль 2023, 16:31

Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын асыу тантанаһы уҙҙы

Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын асыу тантанаһы үтте. 

Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын асыу тантанаһы уҙҙы
Грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын асыу тантанаһы уҙҙы

Башҡортостан чемпионатты тәүгә ҡабул итте. Турнир 1988 йылда Сеулда уҙған Олимпия уйындарының 35 йыллығына арнала. Унда СССР-ҙың йыйылма командаһы көрәшселәре, грек-рим һәм ирекле көрәштә 8 алтын, 4 көмөш һәм 3 бронза миҙал яулап, Советтар Союзы командаһын беренсе урынға сығарҙы.

«Республикабыҙ өсөн грек-рим көрәше буйынса Рәсәй чемпионатын ҡабул итеү – оло мәртәбә. Бөгөн Өфөлә спорт байрамы, совет һәм Рәсәй спорты намыҫын яҡлаған һәм шатлығыбыҙҙы уртаҡлашырға килгән бөйөк спортсыларыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен әйткем килә. Башҡортостан – ҡунаҡсыл төбәк, спортсыларға һәм тренерҙарға уңайлы булыуын, һеҙгә республикабыҙҙан яҡшы тәьҫораттар алыуығыҙҙы теләйбеҙ», – тине Радий Хәбиров. 

Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры, Башҡортостан Спорт көрәше федерацияһының почетлы вице-президенты Венер Ғәйнуллинды «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Борис Понятовты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне. Ул шулай уҡ 2021 йылда спорт көрәше буйынса донъя беренселегендә еңеү яулаған Адлан Амриевҡа һәм Сәид-Хөсәйен Бакаевҡа – фатир сертификаттары, ә уларҙың тренерҙары Валерий Коробовҡа, Рәмил Сираевҡа һәм Геннадий Сырцовҡа автомобиль сертификаттары тапшырҙы.

Тап Сеулдағы Олимпиадала бөйөк совет спорты һәм совет көрәше тарихы тамамланды, тип билдәләне Рәсәйҙең Спорт көрәше федерацияһы президенты, олимпия чемпионы Михаил Мамиашвили.

«Бөгөн залда көрәштең иң сағыу вәкилдәре ултыра, улар араһында Сеулда үткән Олимпия уйындары чемпиондары ла бар. Көрәшселәр ғаиләһе өсөн мөһим ваҡиға тап шунда булды. Күренекле спортсы Александр Карелин беренсе тапҡыр бөйөк илебеҙҙең байрағын күтәреп барҙы. Беҙ Ватаныбыҙ улдары пьедесталға күтәрелер һәм илебеҙҙе данлар тигән өмөт менән йәшәйбеҙ. Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек һәм һаулыҡ теләйем, хыялығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ һәм чемпион булығыҙ», – тине Михаил Мамиашвили.

Чемпионат еңеүселәре һәм призерҙары «Рәсәйҙең спорт мастеры» спорт исеменә норматив тапшыра, шулай уҡ 10 ауырлыҡ категорияһының һәр береһендә аҡсалата приздар менән бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-02-07/v-ufe-sostoyalas-tseremoniya-otkrytiya-chempionata-rossii-po-greko-rimskoy-borbe-3134134

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: