Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Февраль 2023, 13:22

Эвелина – Спорт министрлығы стипендиаты

Билбау көрәше буйынса донъя чемпионы Эвелина Йомағолова Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығы стипендиаты булды.

Эвелина – Спорт министрлығы стипендиаты
Эвелина – Спорт министрлығы стипендиаты

Спортсы тренеры Салауат Дауытов  менән бергә республика Спорт министрлығының Рәхмәт хаттарына һәм иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булды.

Эвелина Абҙаҡ мәктәбенең Х класында белем ала. Билбау көрәше менән Салауат Ғәзиз улы етәкселегендә бишенсе кластан алып шөғөлләнә. Спортсының күнекмәләре көн дә үтә. Аҙнаһына өс тапҡыр  көрәш секцияһында шөғөлләнә, өс көнөн волейболға арнай.

2021 йылда Эвелина тәүге тапҡыр Донъя Беренселегендә ҡатнашып бишенсе урын ала. 2022 йылда чемпион титулын яулай.

Спортсыны һәм тренерын уңыштары менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: