Бөтә яңылыҡтар
Спорт
28 Февраль 2023, 14:01

Көрәшселәр еңеү яулай

25-26 февралдә Октябрьский ҡалаһында 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында грек-рим көрәше буйынса Башҡортостан Беренселеге үтте.

Көрәшселәр еңеү яулай
Көрәшселәр еңеү яулай

Ике йөҙгә яҡын спортсы март аҙағында Ырымбур ҡалаһында үтәсәк Волга буйы федераль округы Беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғы өсөн көрәште.

Белорет көрәшселәре юғары әҙерлек күрһәтеп, иң күп юғары пробалы миҙалдар яулаусы булды.  

Үҙ ауырлыҡтары буйынса Игорь Чернов, Артур Хөсәйенов, Константин Кривошеев, Салон Тошоп, Азиз Йосопов (32 килограмдан 68-гә тиклем) алтын миҙал яуланы. Сәлим Тошов, Захар Кушмуратов, Егор Семенов һәм Адам Асадов (35-48 кг) көмөш миҙал алды. Өсөнсө урында – Матвей Машков, Владислав Тарасенко, Андрей Корсаков, Артем Хәйҙәров, Николай Турбин (38-75 кг ауырлыҡта).

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: