Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2023, 13:52

Хоккей - ҡыйыуҙар уйыны

Сермән ауылында хоккей миҙгелен ябыуға арналған ярыштар уҙҙы. Спорт сараһына ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында ошо мауыҡтырғыс спорт төрөн үҙ итеп, һаҡлап, артабан үҫтереү өҫтөндә ныҡышмал шөғөлләнеүсе командалар саҡырылды. Белорет ҡалаһының - "Юность", Бөрйән районының - "Байназар"ы, Сермәндең "Бөркөт"ө көс һынашты.

Хоккей - ҡыйыуҙар уйыны
Хоккей - ҡыйыуҙар уйыны

Уйын Сермән һәм ҡала хоккейсылары осрашыуы менән башланып китте. Беҙҙең егеттәр еңел генә 6:0 иҫәбе менән оттолар. Ҙур булмаған тәнәфестән һуң "Юность" менән "Байназар" боҙға сыҡты. Белорет командаһы был уйында ныҡышмаллыҡ күрһәтеп, еңеүгә ынтылды. Бер мәл иҫәп 3:4 булып торҙо. Тик белореттар бер нисә уңайлы мәлде ҡулдан ысҡындырҙылар. Ә "Байназар" тағы бер гол индереп, еңеүгә өлгәште.

Ниһайәт, бөтәһе лә түҙемһеҙлек менән көткән уйын - "Бөркөт" - "Байназар" командалары иғлан ителде. Уйын бик матур һәм һоҡланғыс булды. Бигерәк тә Байназар мәктәбе уҡыусылары Динислам һәм Вадимдың бер-береһен һүҙһеҙ генә аңлап, беҙҙең ҡапҡа алдында даими рәүештә көсөргәнеш тыуҙырып тороуҙары маҡтауға лайыҡ. Ҙур тырышлыҡ һалып, "Бөркөт" еңеүгә өлгәште һәм беренсе "Миҙгел кубогын" яуланы. Байназарҙар - II, белореттар III урынды яуланылар. Киләһе осрашыуҙарға тиклем, егеттәр!

Айытбай ӘЙҮПОВ.

Сермән ауылы.

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: