Бөтә яңылыҡтар
Спорт
16 Март 2023, 11:10

Бил һынашты ҡыҙҙар келәмдә

Яңыраҡ район спорт мәктәбендә 2007-2011 һәм 2012-2014 йылғы ҡыҙҙар араһында билбау көрәше буйынса Асыҡ беренселек үтте.

Бил һынашты ҡыҙҙар келәмдә
Бил һынашты ҡыҙҙар келәмдә

Спорт сараһы Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә, Башҡортостан Республикаһы Спорт министрлығының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналды һәм донъя чемпиондары Эльвина Ғәҙелшина, Эвелина Йомағолова  призына үтте.

Асыҡ беренселектә райондың Сосновка, Абҙаҡ мәктәптәренән һәм Учалы ҡалаһынан 23 йәш көрәшсе ҡатнашты. Көсөргәнешле бәйгелә 11-13 йәшлек ҡыҙҙар араһында беренселекте Асия Хисакаева (25 килограмм ауырлыҡта), Гүзәл Ғәҙелшина (30 кг), Розалия Абсадыева (35 кг) һәм Амелия Заһиҙуллина (+35 кг) яуланы.

2007-2011 йылғылар араһында Илсиә Ғүмәрова (35 килограмм ауырлыҡ категорияһы), Алтынай Әхмәтйәнова (44 кг), Азалия Абсадыева (48 кг) һәм Карина Заһиҙуллина (55 кг) иң көслөләре булды.

Еңеүселәр һәм призерҙар Белорет районы спорт мәктәбенең Грамоталары, донъя кимәлендә еңеү яулаған спортсы ҡыҙҙар - Эльвина Ғәҙелшина һәм Эвелина Йомағолова әҙерләгән миҙал һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде.

Салауат ДАУЫТОВ.

Абҙаҡ.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: