Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Март 2023, 16:07

Йәш спортсылар һынатманы

Бөгөн Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы спорт залында район-ҡала балалар баҡсаларының әҙерлек төркөмдәре араһында ГТО нормативтарының айырым төрҙәре буйынса спорт ярыштары уҙҙы. Ҡаланың “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһы ойошторған был сара, берҙән, Уҡытыусы һәм остаз йылына арналһа, икенсенән, киләсәктә ГТО нормаларын тапшырыуға әҙерлек сифатында үткәрелде.

Йәш спортсылар һынатманы
Йәш спортсылар һынатманы

Сәмле спорт ярыштарында ҡаланың 1-се, 2-се, 3-сө, 5-се, 11-се, 21-се, 23-сө, 25-се, 27-се, 29-сы, 30-сы, 44-се һәм райондың Тимер юл, Абҙаҡ, Сермән, Инйәр балалар баҡсалары ҡатнашты. Уларҙы жюри ағзалары - ҡала балалар баҡсаларының физик культура буйынса инструкторҙары һәм тәрбиәселәре: Наталья Шабаева, Светлана Юрочкина, Анна Захарова, Мария Михайлова, Галина Канаевалар нарыҡланы.

Уҙыштар башланыр алдынан, балалар дәррәү тороп, сараны әҙерләп алып барыусы, “Тирмәкәй”ҙең физик культура буйынса инструкторы Динә Әҙелмырҙина менән бергә дәртле көй аҫтында тәнде яҙҙырыр күнекмәләр эшләне.

Физик һәм рухи ныҡлыҡты, етеҙлек һәм сослоҡто, һығылмалылыҡты, көс-ҡеүәтте һынаған биш нормативтың береһендә лә һынатманы ҡыҙ-малайҙар. Йәнә, ҡатнашыусыларҙың команда рухы, берҙәмлеге, дисциплиналы булыуы ла һоҡландырмай ҡалманы.

Физик әҙерлектәре йәһәтенән яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән йәш спортсылар символик рәүештә алтын, көмөш, бронза миҙалдар, сертификаттар һәм татлы приздар менән бүләкләнһә, уларҙы спортҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырған тәрбиәселәр, физик культура инструкторҙары район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлегенең Грамоталары менән наградланды.

 

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: