Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Апрель 2023, 17:31

"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!"

«Урал» гәзите призына еңел атлетика эстафетаһын үткәреү тураһында ПОЛОЖЕНИЕ.

"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!"
"Беҙ сәләмәт тормош яҡлы!"

Маҡсаттары:
► «Урал» гәзитен популярлаштырыу, халыҡ араһында таратыу;
► Украиналағы хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрбиҙәрҙең иҫәнһау тыуған ерҙәренә ҡайтыуына,
Рәсәйҙең еңеүҙе һәм ғәҙеллекте һынландырған символдары булған “V” һәм “Z” хәрефтәре аҫтында ла үтә эстафета;
► халыҡ араһында еңел атлетиканы пропагандалау;
► ял һәм байрам көндәрендә актив ял итеүҙе ойоштороу;
► сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау.

Эстафетаны үткәреү ваҡыты һәм урыны:
1. Еңел атлетика эстафетаһы 2023 йылдың 30 апрелендә Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында үткәрелә.
2. Командалар 10.00 сәғәткә йыйыла.
3. Эстафетала ҡатнашыусыларҙы теркәү ауыл мәҙәниәт йортонда.
4. Эстафетаны асыу - 10.30-11.00 сәғәттә.
5. Старт - 11.00 сәғәттә.
6. Эстафетала еңеүселәрҙе билдәләү.
7. Бүләкләү.

Эстафетала ҡатнашыусылар:
Ярышта уҡыусы ҡыҙҙар һәм егеттәрҙән торған ауыл биләмәләре командалары ҡатнаша (командала 11 кеше). Һәр команданың эстафетала ҡатнашыусының исем-шәрифе (тулыһынса), тыуған йылы, йүгерәсәк этабының номеры күрһәтелгән заявкаһы булырға тейеш. Команданың махсус кейеме, табличкаһы булыуы шарт (номерҙарҙы бер тѳрлѳ итеп редакция әҙерләй). Заявкала команда етәксеһенең, ФАП фельдшерының ҡултамғаһы булыуы мотлаҡ.

Ярышты ойошторалар:
► «Урал» гәзите редакцияһы;
► БР Белорет районы муниципаль район хакимиәте;
► Әзекәй ауыл хакимиәте;
► Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто.

Эстафетаны үткәреү шарттары:
Команда составы: 6 ир-егет һәм 5 ҡатын-ҡыҙ.
Еңел атлетика буйынса эстафета 11 этаптан тора. Дистанция оҙонлоғо - 200-300 метр.

Беренсе уҙыш: I - XI этаптар.
Икенсе уҙыш - Ҡоҙғон-Әхмәр ауылы урамдары араһында ярыш.
Өсөнсө - Тыныслыҡ уҙышы.

Эстафетала еңеүселәрҙе билдәләү: Еңеүселәр уҙыштар һөҙөмтәләре буйынса билдәләнә.

Еңеүселәрҙе бүләкләү:
I, II, III урындарҙы алған командалар күсмә Кубок, миҙалдар, Грамоталар менән бүләкләнә. «Урал» гәзите эстафетала йүгереүселәргә матур приздар әҙерләгән. Ойоштороу комитеты тѳрлѳ номинациялар һәм махсус приздар ҙа әҙерләй.
Эстафетала ҡатнашыуға заявкалар Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортонда 29 апрелгә тиклем ҡабул ителә.

Өҫтәмә мәғлүмәт буйынса: 8-960-398-17-94 (Нажия Вәлиева - Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы);
8-903-353-84-68 (Сатура Минһажитдинова - «Урал» гәзитенең баш мѳхәррире);
8(34792)7-79-38, 8-961-366-41-07 (Наил Хәмзин - Әхмәр мәҙәниәт йорто мөдире) телефондарына шылтыратырға.

Милләттәштәр, ҡалала башҡорт телендә сыҡҡан берҙән-бер «Урал» гәзите призына эстафетала ҡатнашығыҙ. Еңегеҙ! Матур приздар алығыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: