Баҫмабыҙ призына арналған эстафетала ҡатнашырға теләүсе белем учреждениеларының һәм ойошмаларының йылдан-йыл артыуы ҡыуаныслы. Быйылғы спорт байрамында алты мәктәп һәм дүрт махсус уҡыу йорто, учреждение командалары ҡатнашты.
“Урал” гәзитенең баш мөхәррире Сатура Минһажитдинова, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Уйылданова, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева сығыш яһап, спортсыларға уңыштар, еңеүҙәр теләне.
Мәктәптар араһындағы ярышта I урынды йылдағыса Белорет лицей-интернаты яулаһа, II урынға, “Урал” гәзите призына үткәрелгән ярышта тәүге тапҡыр үҙен һынап ҡараған Сермән командаһы сыҡты. III урынды Абҙаҡ мәктәбе алды. Үҙән “Спутник” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге, Аҙналы, Әзекәй йыйылма командалары ла тиҫтерҙәренән ҡалышманы, улар ҙа дистанцияларҙы лайыҡлы үтте. Сермән мәктәбенән Марсель Сөнәғәтов беренсе этапты беренселәрҙән булып үтте. Афариндар!
Производство командалары араһынан беренселекте Белорет педагогия колледжының еңелеү белмәҫ беренсе командаһы яулаһа, икенсе командаһы финиш һыҙығын икенсе булып үтте. Өсөнсөлә – Әхмәр йыйылмаһы. “Ағас” миҙал Район мәҙәниәт йортонда.
Тыныслыҡ уҙышында ҡатнашырға теләүселәр күп булды. 2,5 саҡрымды тик көслөләр, сыҙамлылар ғына үтә алды. Шулай ҙа барыһы ла финиш һыҙығын үтте. Иң оло ҡатнашыусы – Сермәндән Илдус Абдуллин.
Урамдар араһындағы уҙышта беренселекте Ағүҙәк-Урта урам яулаһа, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Ҡалмаҡ һәм Шауым урамдары яуланы.
Йәштәр, балалар араһында сәләмәт тормош алып барыусыларҙың артыуы, насар ғәҙәттәргә ҡарағанда спортты үҙ иткәндәр булғанда илебеҙҙең киләсәге ныҡлы, сәләмәт милләт үҫеп килеүе ҡыуандыра. Быны балалар араһындағы ярышта ҡатнашырға теләүселәрҙең күп булыуы иҫбатланы.
Еңеүселәргә Диплом, миҙалдар, спорт инвентарҙары, Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Тулы материалды гәзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.