Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Май 2023, 12:08

Рәсәй беренселеге алтыны - беҙҙә!

Ҡырымда билбау көрәше буйынса Рәсәй беренселеге үтте. Келәмгә 15-17 йәшлек үҫмер һәм ҡыҙҙар сыҡты.

Рәсәй беренселеге алтыны - беҙҙә!
Рәсәй беренселеге алтыны - беҙҙә!

Башҡортостан көрәшселәре августа Өфөлә үтәсәк Донъя беренселегенә туғыҙ юллама алды.

Алтын миҙал яулаусы спортсылар араһында Белорет спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә бар. Олимпия резервындағы спорт мәктәбе көрәшселәре Алтынай Әхмәтйәнова, Карина Заһиҙуллина, Эвелина Йомағолова үҙ категорияларында I урын яуланы.

Спортсыларҙы, уларҙың ата-әсәләрен, тренерҙары – Салауат Дауытовты Рәсәй беренселегендә яулаған наградалары менән ҡотлайбыҙ. Был Белорет спорт мәктәбенең ҙур еңеүе.

Донъя беренселегендә лә еңеүҙәр көтәбеҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: