Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Май 2023, 13:37

Гимназия волейболсылары - беренсе!

Өфөлә үткән Мәктәп волейбол лигаһы Кубогы өсөн финал матчтарында  иң яҡшы 16 мәктәп командаһы ярышты.

Гимназия волейболсылары - беренсе!
Гимназия волейболсылары - беренсе!

Республика ярыштарында урта һәм өлкән класс уҡыусылары, профессионал булмаған спортсылар ҡатнашты.

Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы командаһы волейбол матчында беренсе урын яуланы, ә XI класс уҡыусыһы Арслан Сәйфуллин турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы тип билдәләнде.

Рәсәй волейболына 100 йыл тулыу йылында спорттың был төрө буйынса “Мәктәп лигаһы”нда республика буйынса 5,5 мең йәш волейболсы ҡатнашты. Республиканың күп кенә район һәм ҡалаларында көслө командалар бар һәм уларҙы еңеүе еңел түгел.

Гимназия волейболсыларын һәм тренерҙары – Лилиә Төхвәтуллинаны еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: