Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Май 2023, 12:17

Өс спортсы Йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша

Ҡытай Халыҡ Республикаһында IX Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындары башланды. 

Өс спортсы Йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша
Өс спортсы Йәйге йәштәр уйындарында ҡатнаша

Ошо көндәрҙә Чунцин ҡалаһында уйындарҙы асыу тантанаһы булды, унда Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡатнашты.

«Рәсәй-Ҡытай йәйге йәштәр уйындары илдәребеҙ араһында ике яҡлы бәйләнештәрҙе киңәйтеүҙә сираттағы этап булыр, мауыҡтырғыс ярыштар менән хәтерҙә ҡалыр, ә спортсылар юғары һөҙөмтәләр күрһәтер. Был Уйындар дуҫлыҡ, спорт һәм хеҙмәттәшлек байрағы аҫтында үтер тип ышанам», — тип билдәләне Олег Матыцин.

Уйындарҙа 158 спортсы ҡатнаша, шул иҫәптән Башҡортостандан өсәү — бадминтонсы Иҙел Дәүләтбаев (Межгорье), футболсылар Есения һәм Ярослава Кадынцевалар (Өфө), тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға республиканың Спорт министрлығынан.

Рәсәй-Ҡытай йәштәренең йәйге уйындары 21 майҙан 26-һына тиклем дауам итә. Һигеҙ спорт төрөндә миҙалдар уйнатыла: бадминтон, баскетбол, волейбол, гандбол, спорт көрәше, йөҙөү, футбол, художестволы гимнастика.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2023-05-23/tri-sportsmena-iz-bashkirii-prinimayut-uchastie-v-ix-rossiysko-kitayskih-letnih-molodyozhnyh-igrah-3268320

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: