Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Июнь 2023, 17:25

Аҙнабаевтар марафонда йүгереүселәре

Бына йәй ҙә етте, оҙайлы каникулдар башланды. Кемдәргәлер - күңелле ялдар, ә кем өсөндөр күнекмәләр һәм ярыштар миҙгеле башланды.

Аҙнабаевтар марафонда йүгереүселәре
Аҙнабаевтар марафонда йүгереүселәре

Яңыраҡ Сермән мәктәбе уҡыусылары – ағалы-ҡустылы Рамзан, Ирнаҙар, Искәндәр Аҙнабаевтар спорттың яратып өлгөргөн төрө –   VII Халыҡ-ара  марафонда йүгерҙе.

30 градуслыҡ эҫе булыуына ҡарамаҫтан, ҡыйыулыҡ, сыҙамлыҡ күрһәтеп, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштеләр.

1, 5 һәм 10 саҡрым араны үткән йәш спортсылар миҙалдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән билдәләнде.

Спортсылар дистанцияла булғанда, атайҙары, физкультура уҡытыусыһы Ғәҙел Аҙнабаев гир күтәреү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнашты.

Республика, район кимәлендәге марафондарҙа ҡатнашыу маҡсатын ҡуйған үҫмерҙәргә уңыштар теләйек.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: