Спорт
3 Июля 2023, 10:28

Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы

Башҡортостан спортсыһы Матвей Потапов юниорҙар араһында пуля менән атыу буйынса ил беренселегендә һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеүсе булды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланыБөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы
Бөтә Рәсәй ярыштарында еңеү яуланы

Был хаҡта район башлығы Андрей Иванютаның социаль селтәрҙәге яҙмаһында хәбәр итте.

Белорет егете пневматик винтовканан атыу күнекмәһендә беренсе урынды алды. Ярыштар Мәскәү өлкәһендә уҙҙы.
«Спорт мастеры Матвейҙы, уның тренеры Анатолий Посаженниковты һәм егеттең ата-әсәһен шәп һөҙөмтә менән ҡотлайым!» — тип яҙҙы Андрей Иванюта.

 

Автор:Эльвира Хамзина