Спорт
6 Июля 2023, 11:00

«Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли Башҡортостан аша үтә

«Ебәк юлы» халыҡ-ара раллиҙың өс этабы 7-10 июлдә Башҡортостанда ойошторола.

«Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли Башҡортостан аша үтә«Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли Башҡортостан аша үтә
«Ебәк юлы» халыҡ-ара ралли Башҡортостан аша үтә

2023 йылда ҡатнашыусылар «Ҡазан - Өфө - Мәскәү» маршруты буйынса 5230 саҡрым юл үтергә тейеш.

Республикала уҙышсыларҙы Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәһе көтә.Ралли йома көндө Зәки Вәлиди урамындағы 1-се йорт ҡаршыһындағы парковканан башлана. Сара ҡунаҡтарын мото-фристайлерҙарҙың сығышы, бейеү номерҙары һәм спортсылар менән фотосессиялар көтә, һуңынан машиналар «Өфө-Арена» спорткомплексына юллана. Икенсе этап 8 июлдә - Әбйәлил һәм Учалы, өсөнсөһө 9 июлды - Учалы һәм Әбйәлил райондарында 9-сы, дүртенсе этап Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондары биләмәһендә үткәрелә.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, раллиҙа 20-нән ашыу илдән 750 вәкилер тип көтөлә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, халыҡ-ара ралли юлы йыл да яңынан һалына һәм бер ҡасан да ҡабатланмай. Башҡортостанда уның беренсе этабы 2016 йылда ойошторолдо, унда 27 ил ҡатнашты.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас