Спорт
28 Июля 2023, 08:27

Ит тәме аптыратҡан

Өфөлә “Беҙ бергә. Спорт” Сурдлимпиясыларҙың Йәйге уйындарында Кениянан кеңел атлеттар итле ризыҡтарҙан ауыҙ иткән. Спортсылар ҡыҙыл иттең тәменә аптыраған, был турала улар ирекмәндәргә һөйләгән. 

Ит тәме аптыратҡанИт тәме аптыратҡан
Ит тәме аптыратҡан

“Беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Өфө таҙа, халҡы ҡунаҡсыл һәм асыҡ күңелле. Әйткәндәй, беҙҙе иттең тәме аптыратты. Ит беҙҙекенән айырыла, шулай ҙа беҙгә оҡшаны. Ә бына балыҡ, ни тиһәң дә, беҙҙә тәмлерәк”, – тип тәьҫроттары менән уртаҡлашҡан Кенияның еңел атлеттар йыйылма командаһы вәкиле Кэрол Аоко.

Кения спортсылары шулай уҡ бер нисә ай дауамында Уйындарға әҙерләнеүҙәрен һәм Башҡортостан баш ҡалаһына пьедесталдың барлыҡ баҫҡыстарын яулай маҡсаты менән килеүҙәрен һөйләне. "Беренсе урындарға ғына өмөтләнәбеҙ. Ярыштарға оҙаҡ әҙерләндек, максималь состав менән килдек", - тине Кения спортсылары.  

Сығанаҡ: bashinform.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас