Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Июль 2023, 22:25

Нәркәс, алға һәм алға!

29 июлдә «Аҡбуҙат” ипподромында “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының икенсе сирек финалы үтте.

Нәркәс, алға һәм алға!
Нәркәс, алға һәм алға!

Ярышта үткән этаптарҙы уңышлы үткән башҡорт тоҡомло аттар ҡатнашып, ярымфиналсылар иҫәбенә инер өсөн ярышты.

Ике сабышта 14 ат ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, “Терра Башҡортостан” ат спорты турниры ярымфиналына 8  ат үтте. Беренсе заезда Рысыҡай ауылынан Нәркәс Латыпова ла ҡатнашты һәм “Саптар” ҡушаматлы атында икенсе булып финиш һыҙығын үтте. Артабан да Белорет районы намыҫын ярымфиналда яҡлаясаҡ.

Нәркәсте беҙ ҙә ысын күңелдән ҡотлайбыҙ! 

Автор: Эльвира Хамзина
Читайте нас