Спорт
9 Августа 2023, 11:45

Белоретта - донъя беренселегенә әҙерлек күнекмәләре

24-27 августа Өфө ҡалаһында 2006-2008 йылғы үҫмерҙәр араһында билбау көрәше буйынса донъя беренселеге уҙа. Унда Рәсәй чемпионаттарында еңеү яулаған туғыҙ йәш спортсы республика намыҫын яҡлаясаҡ. Башҡортостандың йыйылма командаһы составында Белорет спортсылары ла бар.   

Белоретта - донъя беренселегенә әҙерлек күнекмәләреБелоретта - донъя беренселегенә әҙерлек күнекмәләре
Белоретта - донъя беренселегенә әҙерлек күнекмәләре

Теге йәки был чемпионатҡа әҙерлек йәһәтенән Белорет ҡалаһының “Олимпия” спорт комплексы йыл әйләнәһенә тиҫтәләгән спортсыны ҡабул итә. Күнекмәләр уҙғарыу, йәшәү өсөн был комплекста бөтөн уңайлы шарттар булдырылған.

- Бөгөнгө көндә “Олимпия”ла республиканың төрлө район-ҡалаларынан 20 үҫмер билбау көрәше буйынса спорт әҙерлеге үтә. Шуларҙың туғыҙы Башҡортостандың баш ҡалаһында уҙасаҡ донъя беренселегендә ҡатнаша. Күнекмәләр 7 августан 15 авгусҡа тиклем дауам итә. Йыйылма команда составы өсөн йәшәү, туҡланыу һәм күнекмәләр бушлай ҡаралған, - ти “Олимпия” спорт комплексы хужаһы Айҙар Маһиянов.

Әйткәндәй, киләһе йыл бында оҙонлоғо - 14, тәрәнлеге 2,5 метрҙы тәшкил иткән бассейнды файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Был йәһәттән төҙөлөш эштәре башланған да инде. “Көслө яһалма ағым хасил иткән махсус ҡорамалдар менән йыһазландырған бассейн күнекмәләр уҙғарыу, мускулдарҙы нығытыу, шул уҡ мәлдә талсыҡҡан тәнде яҙыу өсөн шәп урын буласаҡ”, - ти Айҙар Әнғәм улы.

Быйыл да комплексты төҙөкләндереү йәһәтенән байтаҡ эштәр башҡарылған: тәҙрә-ишектәр ҡуйылған, ҡыйыҡ башы ябылған.

 Донъя беренселегенә Белорет районынан өс көрәшсе һайлап алынған. Уларҙың барыһы ла Абҙаҡ ауылы тренеры Салауат Дауытовтың тәрбиәләнеүселәре.

- Рәсәй чемпионаттарында беренселекте яулап, донъя кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғына ирешкән көслө спортсылар - Алтынай Әхмәтйәнова, Карина Заһиҙуллина, Эвелина Йомағолова менән бергә, оҫталыҡтарын камиллаштырыу, тәжрибә туплау маҡсатында ағалы-һеңлеле Алина һәм Альфред Кәримовтар ҙа килде. Улар, әлбиттә, үҙ иҫәбенә шөғөлләнә. Беҙҙең көрәшселәр һәр ваҡыттағыса ныҡлығы, дисциплиналы, ныҡымыш булыуы менән айырылып тора, - ти бер нисә быуын чемпиондар үҫтергән Салауат Ғәзиз улы. 

 Спортсыларҙы ярышҡа самбо, дзюдо һәм билбау көрәше буйынса донъя чемпионы, Башҡортостандың билбау көрәше буйынса йыйылма командаһының өлкән тренеры, полиция капитаны Әлфиә Әлимғужина әҙерләй. “Белорет - чемпиондар төйәге. Айырыуса бында республикабыҙҙың төп спорт йүнәлештәренең береһе - көрәш яҡшы үҫешкән. Үҙем дә 2007 йылда төбәктең йыйылма командаһы составында Белоретта донъя чемпионатына әҙерлек үттем”, - ти Әлфиә Йыһанур ҡыҙы.

Ал-ял белмәй мөһим ярышҡа әҙерләнгән егет-ҡыҙҙарға һәм уларҙың тренерҙарына рух ныҡлығы, еңеүгә ышаныс, сабырлыҡ, уңыштар насип булһын!

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас